5 декабрь, Дүшәмбе

26 май 2009 йыл, 17:04

2010 йылға мосолман календары сығарылды

автор: Булат Юлбарисов

Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте 2010 йылға мосолман календары сығарҙы. Китапта мосолман байрамдары һәм иҫтәлекле даталар күрһәтелгән, намаҙ ваҡыттары бирелгән.

Календарға мосолман дине тәғлимәте, ислам ҡиммәттәре тураһында мәҡәләләр, ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса материалдар индерелгән, ғәрәп телендә транскрипция менән һәм башҡорт теленә тәржемә итеп доғалар текстары килтерелгән. Төҙөүсе авторҙар календарь йөкмәткеһенә Ҡөрьәндән аяттар, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен, дини темаларға хикәйәттәр һәм мәҫәлдәр индергән. "Мосолман календары" Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин ярҙамында әҙерләнгән.