7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2009 йыл, 17:01

Арзан коттедждар төҙөү торлаҡҡа хаҡты бер аҙнала ете процентҡа кәметте

автор: Ғәзиз Йосопов

"Бюджет хеҙмәткәрҙәре һәм аҙ тәьмин ителеүселәр өсөн арзан торлаҡ төҙөлөшөн әүҙем алып барыу тәүге аҙнала уҡ торлаҡ баҙарында тәҡдимгә йоғонто яһаны — Өфөлә хаҡтар бер аҙнала ете процентҡа төштө", — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Хөкүмәт ултырышында.

— Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса индивидуаль төҙөлөш арҡаһында хаҡтар артабан да кәмейәсәк, — тине Премьер-министр.

Раил Сарбаев шулай уҡ республикала Ласселсбергер" (Австрия) компанияһы менән берлектә йылына бер миллион квадрат метр ҡеүәт менән еңел ҡоролоусан аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар конструкциялары етештереү буйынса заводты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылыуын раҫланы. Завод Өфөлә йәки Стәрлетамаҡта урынлашасаҡ.

— Бөгөн үк беҙ аҙыраҡ сығымдар менән заманса производство итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн бина эҙләйбеҙ, — тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин.

Австрияла бурсанан йорт конструкцияһының бер квадрат метры 400 евро тора, республикала ул иң күбе 12 мең һумдан һатыласаҡ.

"Беҙҙә был завод продукцияһының үҙҡиммәтен һәм һатыу хаҡын тағы ла нығыраҡ арзанайтыу мөмкинлеге бар", — тине Раил Сарбаев.