9 декабрь, Йома

26 май 2009 йыл, 16:59

Индонезияның Рәсәйҙәге илсеһе Хәмид Әүәлүдин Өфөлә

автор: Эльвира Латипова

Индонезия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хәмид Әүәлүдин етәкселегендәге Индонезияның дипломатик делегацияһы Башҡортостанға килде. Уның менән бергә Өфөгә илселек белгестәре: мәҙәниәт, мәғариф, мәғлүмәт һәм социаль үҫеш мәсьәләләре буйынса беренсе секретарь Джоханес Мангисела, сәйәсәт мәсьәләләре буйынса беренсе секретарь Додо Судраджат, элемтә бүлеге хеҙмәткәре Бамбанг Эдиярсоно килде.

Был көн программаһында — "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашыу, Башҡорт дәүләт университетына һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына барыу. БДУ-ла Индонезия дипломаты университет ректоры Мөхәмәт Харрасов менән осрашасаҡ һәм студенттар, уҡытыусылар алдында инглиз телендә "Индонезия бөгөн һәм уның Рәсәй менән мөнәсәбәттәре перспективалары" темаһына лекция менән сығыш яһаясаҡ. Үҙәк диния назаратында Әүәлүдин әфәндене Рәсәйҙең Юғары мөфтийе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу көтә.

Шаршамбы көнөнөң үҙәк ваҡиғаһы — республика етәкселеге менән планлаштырылған осрашыу.