10 декабрь, Шәмбе

26 май 2009 йыл, 16:57

Италияла Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге презентацияланды

автор: Эльвира Латипова

Италияла Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеген презентациялау үткәрелде. Республиканың Италияға эшлекле миссияһына палата вәкиллеге етәксеһе, "Рәсәй терәге" Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Руслан Кинйәкәев етәкселек итте.

Делегация шулай уҡ Наварала "Объективта — Рәсәй" эшҡыуарҙар форумында ҡатнашты.

Итальян бизнесмендары Башҡортостандың сәнәғәт, фәнни-техник ҡеүәте, Италияның бәләкәй бизнесы менән берлектә сәнәғәт кластерҙарын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында белде. Ике илдең бәләкәй предприятиелары хеҙмәттәшлеге перспективалары тикшерелде. Итальяндар төбәктең географик өҫтөнлөктәре һәм күп милләтле республиканың мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт алды.

Ҡунаҡтарға шулай уҡ Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре Конгресына һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" күргәҙмәһенә саҡырыу тапшырҙылар.