9 декабрь, Йома

26 май 2009 йыл, 16:54

Конгрестың пленар ултырышында матбуғат үҙәге эшләйәсәк

автор: Алик Шакиров

Бөгөн Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә сәғәт 11-ҙә Спорт һарайында асылды, ә Конгрестың пленар ултырышы 14 сәғәттә Конгресс-холл бинаһында башлана. Пленар ултырыш барышында "Башинформ" агентлығы тарафынан ойошторолған матбуғат үҙәге эшләйәсәк. Матбуғат үҙәге Конгресс-холдың беренсе ҡатында, 106-сы бүлмәлә урынлашҡан. Журналистарға эшләү өсөн уңайлылыҡтар тыуҙырыу маҡсатында матбуғат үҙәгендә компьютерҙар урынлаштырылған, ҡала-ара телефон элемтәһе, факс һәм интернет-элемтә тәьмин ителгән. Матбуғат үҙәге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Конгресс материалдары менән тәьмин итәсәк. Конгрестың пленар ултырышы тамамланғас, 17 сәғәттәр тирәһендә, унда ҡатнашыусылар матбуғат конференцияһы уҙғарасаҡ.

Конгрестың матбуғат үҙәге үҙенең эшен сәғәт 12-лә башлай. Матбуғат үҙәгенә 276-21-22 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.