10 декабрь, Шәмбе

26 май 2009 йыл, 16:49

Студенттарыбыҙ Мәскәүҙә эшҡыуарҙар конкусында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың йүнсел йәштәре "Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта" халыҡ-ара конкурсының 27-28 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан унда ике команда: Башҡорт дәүләт университетының Сибай һәм Стәрлетамаҡ филиалдары студенттары барасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, былтыр БДУ-ның Сибай филиалы командаһы Бөтә Рәсәй этабында беренсе урын яуланы һәм Сингапурҙағы "Донъя кубогы-2008" халыҡ-ара конкурсында илебеҙ исеменән сығыш яһаны.

Быйыл БР командалары жюри хөкөмөнә төрлө йүнәлештәге ете ҡыҙыҡлы проект сығарасаҡ. Конкурста еңеүселәр юғары хеҙмәт хаҡы менән эш табыу йәки "МТС" һәм "Кока-кола" кеүек ҙур компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге аласаҡ.

Бынан тыш, 26 майҙа студенттар Мәскәүҙә Бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары көндәре күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ. Был сара сиктәрендә йәштәр мәғлүмәт-эшлеклелек үҙәге студенттар бизнес-проекттарын презентациялауҙы ойоштора.