4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2009 йыл, 16:47

Бөгөн Рәсәйҙә БДИ старт ала

автор: Эльмира Сабирова

26 майҙа — 2009 йылда мәктәпте тамамлаусыларға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының тәүге көнөндә — БДИ формаһында имтихан тапшырыу биология, информатика һәм мәғлүмәт- коммуникация технологиялары буйынса үткәрелә.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биологияны — 6492, ә информатиканы 4204 кеше тапшырасаҡ. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар һаны бөтәһе 30 меңдән ашыу тәшкил итәсәк тип көтөлә.

Республикала имтихан үткәреү өсөн 129 пункт әҙерләнгән. 29 майҙа һәм 4 июндә тап шул тиклем пункт эшләйәсәк, сөнки был көндәрҙә балалар мотлаҡ һәм шуға күрә лә иң популяр предметтарҙы: рус теле һәм математика буйынса имтихан тапшырасаҡ. Башҡа дисциплиналарҙы БДИ формаһында тапшырған ваҡытта 70 пункт эшләйәсәк.

БР Мәғариф министрлығы тарафынан БДИ үткәреү пункттарында БДИ регламенты менән ҡаралған шарттарҙы: хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, контроль-үлсәү приборҙарын килтереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен күҙәтеү, медицина персоналының дежур итеүе, элемтә һәм электр энергияһы биреү линияларының тотороҡло эшләүен тәьмин итеүсе бөтә республика хеҙмәттәре һәм ведомстволарын ведомство-ара яраштырыу буйынса эш үткәрелде.

Имтихандар сәғәт 10-да башлана. Информатика һәм мәғлүмәт- коммуникация технологиялары буйынса имтихандың оҙайлылығы — дүрт сәғәт (240 минут), биология буйынса өс сәғәт (180 минут) тәшкил итә.