9 декабрь, Йома

26 май 2009 йыл, 16:45

Агросәнәғәт комплексын дәүләт яҡлауы саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Республиканың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында йәш белгестәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың агросәнәғәт комплексы кадрҙар потенциалын дәүләт яҡлауы саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, республиканың ауыл биләмәләре сигендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәр билдәләнде. Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға — 7000 һум, урта профессиональ учреждениеларҙы тамамлаусыларға — 4000 һум. Түләүҙәр тәғәйенләгән көндән алып өс йыл буйына түләнә.

Указға ярашлы шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған пособиелар билдәләнде: вуз тамамлаусыларға — 100 мең һум, урта махсус уҡыу йортон тамамлаусыларға — 60 мең һум. Пособиелар йыл һайын юғары белемле — 100 һәм урта профессиональ белемле 150 йәш белгескә түләнәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә түләүҙәр һәм пособиелар биреү тәртибен һәм шарттарын раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

Указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән алып көскә инә.