Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Aссамблеяның II Съезы саралары ошо аҙнала башлана

Сәйәсәт

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының II Съезы саралары ошо аҙнала башлана. Атап әйткәндә, ассамблея үткәреү сиктәрендә 29 майҙа Өфөлә "Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы: сәйәси-хоҡуҡи, тарихи һәм социаль-мәҙәни аспекттар" Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәреләсәк. Был турала ойоштороу комитеты ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев хәбәр итте. Ойоштороу комитеты ултырышын республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы.

Илдус Илешев әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә бөтә әҙерлек эше тамамланған. Съезға Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе бөтә милләттәр (130-ҙан ашыу) вәкилдәренән торған, төбәктең бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан 609 депутат киләсәк.

Съезд Конгресс-холда үтәсәк, бында шулай уҡ күп һанлы күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Съезда ҡатнашыусыларға күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк.

Съезд 11 июндә үткәрелә, ул киләсәккә этник-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йүнәлештәрен билдәләйәсәк һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, республиканың бөтә күп милләтле халҡы эшмәкәрлегендә мөһим этап булып торасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть