3 декабрь, Шәмбе

25 май 2009 йыл, 17:09

Өфө дауаханалары хеҙмәткәрҙәр йыя

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойошторған һуңғы вакансиялар йәрминкәһенә 800-гә яҡын кеше килде. Төп эш биреүселәр был юлы медицина учреждениелары булды. 21-се ҡала клиник дауаханаһы, Өфөнөң Совет районы 48-се поликлиникаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы бик әүҙем яңы хеҙмәткәрҙәр йыйҙы.

Медицина учреждениеларынан тыш, йәрминкәлә башҡа предприятиелар һәм ойошмалар ҙа — дөйөм алғанда, 18 эш биреүсе ҡатнашты. Йәрминкә барышында 84 эшһеҙ потенциаль эш биреүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты — уларҙың 55-е эшкә саҡырыу алды.