Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

"Селигер-2009"ға йәштәр делегацияһы ойошторола

Йәмғиәт

1 июлдән 14 авгусҡа тиклем Тверь өлкәһенең Осташков районында Селигер күле буйында Рәсәйҙә Йәштәр йылына арналған "Селигер-2009" Бөтә Рәсәй мәғариф форумы үткәрелә.

Быйыл ул бишенсе тапҡырына ойошторола. 2008 йылда майҙансыҡ биш меңдән ашыу йәш кешене йыйҙы, улар бында үҙ проекттарын күрһәтә, фекерҙәштәр таба, шулай уҡ йәмәғәт һәм дәүләт яҡлауы таба алды.

"Селигер-2009" форумы, талантлы йәштәрҙе һайлап алыу, үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса майҙансыҡ булараҡ, Рәсәйҙә Йәштәр йылының төп саралары планына индерелгән.

Быйыл ҡатнашыусылар араһында илдең төрлө төбәктәренән йәштәр хәрәкәттәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәре буласаҡ. Форумға бөтәһе 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге 10000-ләп кеше киләсәк.

Сараның маҡсаты — йәштәр берләшмәләре эшенең һәм һәләтле йәштәрҙе яҡлауҙың һөҙөмтәле технологияларын асыҡлау буйынса конкуренция мөхите булдырыу.

"Селигер-2009" Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы делегаты булыу өсөн 26 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 12-се кабинет, "Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге" адресы буйынса заявка бирергә кәрәк.

Белешмәләр өсөн телефон: 251-16-32, 251-24-79.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть