8 декабрь, Кесе йома

25 май 2009 йыл, 17:05

Салауат ҡалаһы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

«Башинформ»

23 майҙа Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үткәрелде. Унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм ҡала хакимиәте башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе Хәлил Рәхимов үҙ теләге буйынса эштән китеүе тураһында ғариза бирҙе. Ҡала округы Советы депутаттары Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Бохармәтов Радик Мазһар улына йөкмәтте.

Радик Бохармәтов хакимиәт башлығы вазифаһын ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.

Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы Зәки Насиров ҡатнашты.