Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

2000 самаһы кеше яңы специальность ала

Иҡтисад

Республиканың мәшғүллек үҙәктәре апрелдә 1939 кешене ҡайтанан һөнәри уҡытыуға ебәрҙе. Ә йыл башынан алып яңы һөнәрҙәр үҙләштереүгә йүнәлтелеүселәр һаны 4633 кешегә етте. Уҙған айҙа 917 элекке эшһеҙ уҡыуын тамамланы һәм ошо араларҙа эшкә урынлаштырылырға тейеш.

Республиканың мәшғүллек хеҙмәте шулай уҡ эшһеҙҙәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә лә ҙур иғтибар бирә. Апрель айында хеҙмәтләндереүҙең был төрө менән 10,6 мең кеше файҙаланды. Йыл башынан алып уларҙың һаны 40 меңгә етте.

Бынан тыш, быйыл тәүге дүрт айҙа 629 кеше хеҙмәт баҙарында эшһеҙ граждандарҙың социаль адаптацияһы буйынса сараларҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә уларҙың 166-һы эшкә урынлаштырылды йәки ҡайтанан уҡытыуға йүнәлтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть