Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан күргәҙмәһе иң яҡшы тип танылды

Иҡтисад

Башҡортостандың Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге экспозицияһы үлсәү саралары, һынау һәм лаборатор ҡорамалдарҙың "Метрология-2009" Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә иң яҡшы тип танылды.

Экспозиция Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә эшләне. Экспоненттар араһында 11 төбәк Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге булды.

Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге күргәҙмәгә үҙ эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәрен, шулай уҡ республиканың үлсәү саралары сығарыусы бөтә предприятиелары өлгөләрен ҡуйҙы.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры Амран Моратшин "Үлсәүҙәр берҙәмлеге өсөн" алтын миҙалы менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть