4 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2009 йыл, 17:19

Ҙур ғаилә культын булдырырға кәрәк

автор: Елена Макушина

Республика йортонда күп балалы әсәләргә "Әсәлек даны" миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Юғары наградаларҙы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.

Бөгөн бында республиканың төрлө мөйөштәренән, төрлө йәштәге, төрлө яҙмышлы һәм төрлө һөнәр эйәләре булған иллеләп ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Ләкин, Мортаза Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә — балаларға сикһеҙ һөйөү.

— Балалар тәрбиәләү — ҙур матди сығымдар һәм энергия талап итеүсе ауыр хеҙмәт, — тине республика башлығы. — Шуға күрә лә ил етәкселеге күп балалар тәрбиәләнгән ғаилә институтына ярҙам итеүгә етди иғтибар бирә.

Төбәгебеҙҙә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында аналогтары булмаған льготалар һәм пособиелар ғәмәлдә. Туғыҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә "Газель" автомобилдәре бушлай бирелә. Дөрөҫ, әлегә был процесс туҡталып ҡалған.

— Машиналар бар, балалар юҡ, — ти Мортаза Ғөбәйҙулла улы. — Бөтә бындай ғаиләләрҙе транспорт менән тәьмин итеп бөттөк. Хәҙер һигеҙ бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә автомобилдәр тапшырыу тураһында мәсьәләне ҡарайбыҙ.

Әйткәндәй, бөгөн наградланыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңы микроавтобус алыуға потенциаль кандидаттар бар ине. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районынан ете бала тәрбиәләүсе Наталья Золотарева, йәки Өфөнән Гүзәл Әһлетдинованың ғаиләһендә лә ете бала. Улар икеһе лә Президенттың, ғаиләгеҙҙә тағы ла тулыландырыу планлаштырыламы, тигән һорауына ыңғай яуап бирҙеләр.

— Бына килештек тә, — тип йылмайҙы Мортаза Ғөбәйҙулла улы. — Беҙҙә ысын ҙур ғаилә культы булдырылырға тейеш, тип иҫәпләйем.