Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

"КАМАЗ" менән хеҙмәттәшлек бер миллиард менән сикләнмәйәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм "КАМАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин КАМАЗ төркөмөнә ингән "НефАЗ" һәм "Туймазы автобетоновоздар заводы" предприятиеларына ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, республика был предприятиеларҙан 1 миллиард һумлыҡ продукция һатып алырға планлаштыра.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан территорияһында урынлашҡан ике заводтың контроль пакеттары республика хөкүмәтенә һәм "КАМАЗ"ға ҡарай. Яҡтар предприятиелар менән стратегик идара итеүҙә ҡатнаша, үҙ-ара килешеп эш итә.

Премьер, бер йылға төҙөлгән "көрсөккә ҡаршы" килешеүҙә оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлекте билдәләүсе пункттар ҙа һалынған, тип билдәләне.

— Беҙ КАМАЗ акционерҙар йәмғиәтенең был ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Килешеүҙә берлектәге программаларҙы киңәйтеүҙе билдәләүсе тәғәйен пункттар күрһәтелгән. Мәҫәлән, унда комбайндар, тракторҙар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн евроконтейнерҙар етештереү тураһында һүҙ бара.

Раил Сарбаев әйтеүенсә, республика йылына 400 самаһы трактор һатып алырға йыйына. Бынан тыш, ҡул ҡуйылған килешеүҙә Башҡортостанда "КАМАЗ" берҙәм технологик сылбырының ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса ла пункттар бар. "КАМАЗ" һәм БР Хөкүмәте уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Премьерҙың һүҙҙәренә өҫтәп, "КАМАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин, был Рәсәйҙә иң ҙур төбәк дәүләт заказы, тине.

— Көрсөк шарттарында бигерәк тә Туймазы заводы эшендә ҙур проблемалар килеп тыуҙы. Беҙ хәҙер көрсөккә ҡаршы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Заводтарҙы ҡотҡарыу өсөн иң мөһиме — элеккесә түбән булып ҡалған һатып алыу талабын стимуллаштырыу, — тине ул. — Бышҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды, республикаға бүленгән федераль аҡсаның 99 проценты Нефтекама һәм Туймазы заводтары аша тап "КАМАЗ"ға эләкте. Был бик етди ярҙам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть