Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәш эшҡыуарҙар властар ярҙамына иҫәп тота ала

Йәмғиәт

Республика йәш эшҡыуарҙарының үҙ эшен үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бизнес менән быйыл шөғөлләнә башлаған йәш эшҡыуарҙар "старт-ап" программаһы буйынса дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Бының өсөн кәрәкле документтар пакеты йыйып, уларҙы йәштәр ведомствоһына килтерергә кәрәк.

Инновацион эшкәртмәләр менән шөғөлләнеүсе йәш эшҡыуарҙар "Ун иң яҡшы инновацион идея" Республика инновацион проекттар конкурсында ҡатнаша ала. Әйткәндәй, быйыл уның сиктәрендә тәүге тапҡыр йәш эшҡыуарҙарҙың эшенә баһа биреүсе "Беҙҙең өмөт" номинацияһы раҫланды.

Бөтә һорауҙарҙы 251-57-11, 251-14-75 телефондары аша бирергә йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт www.molodostrb.ru сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть