9 декабрь, Йома

22 май 2009 йыл, 17:12

"Нефтекокс" тармаҡ-ара эшсе төркөмө ултырышы

автор: Ольга Горюнова

28 майҙа Өфөлә "Нефтекокс" тармаҡ-ара эшсе төркөмөнөң сираттағы ултырышы үткәреләсәк. Уны ойоштороусылар — Рәсәй Нефть эшкәртеүселәр һәм нефтехимиктар ассоциацияһы һәм "БР нефть-химия эшкәртеү институты" дәүләт унитар предприятиеһы уны институт базаһында үткәрергә планлаштыра.

Ултырыш темаһы — "Нефть эшкәртеүҙә кокслау процестары роле, нефть кокстарының перспективалы технологиялары, ҡорамалдары, эшкәртеү һәм файҙаланыу йүнәлештәре".

Атап әйткәндә, "Энәле нефть коксы — электрод заводтары өсөн төп сеймал базаһы", "Кокс морфологияһына һәм составына сеймалға ультрадисперслы өҫтәмәләрҙең йоғонтоһо", "Һөҙөмтәлелекте һәм ышаныслылыҡты арттырыу өсөн кокс камералары люктарын асыу технологияһы", "Аҡрынайтылған кокслау ҡоролмаларын заманса проектлау", "Графитлы электродтар етештергәндә файҙаланылған нефть кокстарын "сит илдеке менән алмаштырыу" проблемалары" һәм башҡалар.