10 декабрь, Шәмбе

22 май 2009 йыл, 17:10

"Берҙәм Рәсәй" төбәк бүлексәһенең сираттан тыш конференцияһы

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортоноң Ҙур залында "Берҙәм Рәсәй" партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сираттан тыш конференцияһы үткәрелә. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев ҡатнаша.

Конференция партия төбәк бүлексәһенең 2007-2009 йылдарҙағы — бынан алдағы отчет-һайлау конференцияһынан алып осорҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай һәм киләсәккә бурыстар билдәләй. Делегаттарға шулай уҡ Төбәк сәйәси советы һәм Төбәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаларын өҫтәп һайларға кәрәк.