8 декабрь, Кесе йома

22 май 2009 йыл, 17:02

Башҡортостан балеты Италияға гастролгә саҡырылған

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Был йәйҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы гастролдәр менән Италияға барасаҡ. Артистарыбыҙ унда ике аҙна, 14 июлдән 1 авгусҡа тиклем, буласаҡ.

Башҡорт опера һәм балет театры матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Италияла күрһәтеү өсөн ике спектакль һайланған — Петр Чайковскийҙың "Аҡҡош күле" һәм Борис Асафьевтың "Баҡсаһарай фонтаны".