9 декабрь, Йома

22 май 2009 йыл, 17:00

"Йәштәр хәҙерге донъяла" халыҡ-ара конференцияһы

автор: Булат Юлбарисов

22-23 майҙа Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтында (филиал) студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдарҙың "Йәштәр хәҙерге донъяла: проблемалар һәм перспективалар" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Форум эшендә Өфө, Силәбе, Ҡурған, Мәскәү мәктәптәре уҡыусылары, колледждар һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ Германиянан, Австриянан һәм АҠШ-тан ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар фекеренсә, конференция үҙ-үҙен камиллаштырыуға һәләтле "креатив шәхес" тәрбиәләүҙең инновацион ысулдарын эшкәртеүгә ярҙам итергә тейеш.

Конференция сиктәрендә "Йәштәр тәҡдим итә..." түңәрәк өҫтәле (инглиз телендә), брейн-ринг, ЮНЕСКО хәрәкәтен үҫтереү буйынса мастер-класс үткәреләсәк.

темалар: йәштәр, форум