8 декабрь, Кесе йома

22 май 2009 йыл, 16:58

Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә сифат стандарттары раҫланды

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

БР Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү сифаты стандарттары раҫланды.

Практиканан күренеүенсә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары эшмәкәрлеге һан буйынса түгел, ә сифат күрһәткестәре буйынса баһаланырға тейеш. Социаль хеҙмәттәрҙең бурысы хеҙмәтләндерелгән граждандарҙың йәшәйешен тәьмин итеү генә түгел, улар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар, сәләмәт социаль-психологик климат булдырыуға ла ҡайтып ҡала.

Яңы стандарттар индереү — республиканың дәүләт финанстарын реформалаштырыуҙың киң программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренең береһе. Был программа финанстар менән идара итеү системаһын ойошторғанда бөтә бюджет хеҙмәтләндереүҙәрен стандартлаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Сифат стандарттары халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейешле халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу сифатына ҡарата төп талаптарҙы билдәләй.