Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар һаны икеләтә артты

Иҡтисад

Быйыл апрель айында эшһеҙлек буйынса пособие 10,5 мең кешегә тәғәйенләнде. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Ул саҡта пособие 4,9 мең генә кешегә тәғәйенләнгәйне.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, минималь күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар өлөшө 50 процент самаһы тәшкил итә, ә максималь пособие алыусылар һаны — 22,4 процент. Апрель айында пособиеның уртаса күләме 2598 һум тәшкил итте, был былтырғы кимәлдән (1541 һум ине) күпкә артығыраҡ.

Эшһеҙлек буйынса пособие ярайһы уҡ артыуға ҡарамаҫтан, уның уртаса күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан байтаҡҡа — 43 процентҡа — кәмерәк булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть