9 декабрь, Йома

21 май 2009 йыл, 17:28

Театр факультетын тамамлаусылар Истанбулға бара

автор: Эльмира Сабирова

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар 25 майҙа Истанбулға оса. Делегация составына юғары уҡыу йортоноң театр факультетынан 15 студент инде.

Сәфәр ваҡытында йәштәр төрөк тамашасыһына Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса спектакль күрһәтәсәк, шулай уҡ Төркиә Республикаһы йәштәре менән аралаша аласаҡ.

Сараны ойоштороусыларҙың әйтеүенә ҡарағанда, был сәфәр ике республика йәштәр ойошмаларына үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттәр урынлаштырырға булышлыҡ итәсәк һәм дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә уларҙың хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һаласаҡ.