Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 14-се ултырышы

Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 14-се ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары, республиканың суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, БР Президенты Хакимиәтенең, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм БР Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ултырыштың эшсе органдарын һайланы һәм көн тәртибен раҫланы, уға 36 мәсьәлә инде, шул иҫәптән 22 республика һәм биш федераль закон проекты ҡараласаҡ. Ултырыш Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт баҙарындағы хәлгә һәм уның тотороҡлолоғон һаҡлау буйынса сараларға арналған "Хөкүмәт сәғәте"нән башланды. Был тема буйынса доклад менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов сығыш яһаны.

Депутаттар шулай уҡ 2008 йылдағы Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкен хосусилаштырыу планы үтәлеше тураһында Хөкүмәт отчеты менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть