Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Хосусилаштырыу планы киңәйтеләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында төбәк иҡтисады дәүләт секторының коммерция ойошмалары эшмәкәрлеген ҡарау буйынса Баланс комиссияһы ултырышы үткәрелде.

БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағындағы баланс комиссияһы эшмәкәрлеге дәүләт унитар предприятиеларының эш йомғаҡтарын ҡарауға һәм һөҙөмтәһеҙ предприятиеларҙы финанс яғынан сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән. БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре, Һаулыҡ һаҡлау, Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ, Сәнәғәт, архитектура һәм транспорт министрлыҡтары һәм республиканың башҡа ведомстволары белгестәре Башҡортостандың бер нисә дәүләт унитар предприятиеһы эшмәкәрлегенә анализ яһаны.

Дәүләт унитар предприятиеларын һәм хужалыҡ йәмғиәттәрен хосусилаштырыу һәм бөтөрөү — һөҙөмтәһеҙ эшләүсе предприятиелар һанын кәметеү өсөн милексе, йәғни дәүләт тарафынан күрелгән кәрәкле сара. Шуның менән бәйле хосусилаштырыу йәки бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем бындай предприятиеларҙың эшенә анализ яһала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть