Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Балаларҙың йәйге ялы - Өфө властарының иғтибар үҙәгендә

Йәмғиәт

— Өфө мәктәптәре уҡыусыларының 98 проценты өсөн йәйге ял ойоштороласаҡ, — тине баш ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин, Өфө хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә сығыш яһап.

Ҡала ситендәге 18 сәләмәтләндереү үҙәгендә 14 меңгә яҡын бала ял итәсәк. Һәр ваҡыттағыса, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балаларҙың, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу планлаштырыла.

Уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү мәсьәләләре лә күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Хеҙмәт берләшмәләренә 3850 өлкән класс уҡыусыһы йәлеп ителәсәк. Улар мәктәп мебелен ремонтлаясаҡ, мәктәп эргәһе участкаларында эшләйәсәк. Унда, башлыса, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар эшләйәсәк.

148 мәктәптә көндөҙгө лагерҙарҙа 11382 бала ял итәсәк.

Өлкән класс уҡыусылары араһында туристик һәм күп көнлөк походтар элеккесә иң әүҙем һәм ҡыҙыҡлы ял итеү төрө булып ҡала. Төрлө маршруттар буйынса 10 меңләп уҡыусы походтарға юл аласаҡ.

Өфө властары опека һәм попечителлек органдарында иҫәптә торған балаларҙың ялына һәм уларҙы сәләмәтләндереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Былтырғы кеүек уларға ла санаторийҙарға һәм ҡаланан ситтәге лагерҙарға путевкалар бүленәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть