10 декабрь, Шәмбе

21 май 2009 йыл, 17:15

Раил Сарбаев Австрияла һөйләшеүҙәр үткәрҙе

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

19-20 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге республика хөкүмәт делегацияһы Австрияла булып ҡайтты. Сәфәрҙең маҡсаты — аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тиҙ ҡоролоусан конструкциялар етештереү буйынса Австрия предприятиеларының тәжрибәһен өйрәнеү.

Башҡортостан делегацияһы еңел ҡоролоусан торлаҡ йорттар етештереүгә махсуслашҡан "Эльк" заводында булды. Премьер-министр Раил Сарбаев "Ласселсбергер" компанияһы төркөмө башлығы Йозеф Ласселсбергер менән осрашып, Башҡортостанда ошондай уҡ завод төҙөүгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итте.

— Австрия предприятиелары менән хеҙмәттәшлек, киләсәктә беҙҙә еңел ҡоролоусан торлаҡ йорттар етештереү буйынса завод төҙөү республикала "Үҙ йортом" программаһы буйынса шәхси йорттар төҙөлөшөн тиҙләтергә һәм, иң мөһиме, арзанайтырға мөмкинлек бирәсәк, — тине Премьер-министр.

Башҡортостан делегацияһы "Ласселсбергер" компанияһы төркөмөнөң үҙәк предприятиеһы — "Цемикс" заводында ла булды. Был предприятие цемент, төрлө ҡоро ҡатнашмалар һәм башҡа төҙөлөш материалдары сығара.