8 декабрь, Кесе йома

21 май 2009 йыл, 17:12

Һабантуйҙар хаҡында Указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылда республика ҡала һәм райондарында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған "Һабантуй" халыҡ байрамын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы байрамды үткәреү графигы раҫланды.

Указға ярашлы муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән берлектә агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ҡышҡы осорҙағы һәм яҙғы баҫыу эштәре барышындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһарға, хеҙмәттә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән производство алдынғыларын ҡотлауҙы һәм дәртләндереүҙе ойошторорға тәҡдим ителде. Һабантуйҙы байрам итеү сиктәрендә ҡала һәм райондарҙа йәрминкәләр, күмәк мәҙәни саралар, спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары, иң яҡшы йортҡа, урамға, тораҡ пунктына конкурстар үткәреләсәк, еңеүселәр бүләкләнәсәк.

Башҡортостан Республикаһының тейешле министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә "Һабантуй" халыҡ байрамына әҙерлектә һәм уны үткәреүҙә булышлыҡ итергә ҡушылды.

Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелде.