5 декабрь, Дүшәмбе

21 май 2009 йыл, 17:09

Өфөлә Дәрдмәнд йылы асыла

«Башинформ»

20 майҙа Өфөлә БР Милли музейының Йыйылыштар залында күренекле татар шағиры, билдәле меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре, миллионер-алтын сәнәғәтсеһе Дәрдмәндең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған Дәрдмәнд йылын тантаналы асыу үткәрелде.

Тантанала билдәле татар һәм башҡорт сәнғәте, әҙәбиәте әһелдәре, милли сәхнә йондоҙҙары, Ҡазандан, Ырымбурҙан, Баймаҡтан, Мәләүездән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Дәрдмәнд: халҡына арналған тормошо һәм ижады" күргәҙмәһе асылды.

Татар халҡын рухи тергеҙеү эшендә Дәрдмәнд (Закир Рәмиев) мираҫының ҙур әһәмиәтен иҫәпкә алып, "Рамазан" төрки-ағартыу үҙәге, Дәрдмәнд иҫтәлегенә арнап, БДУ-ла ғилми конференция, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында әҙәби-музыкаль кисә ойоштора.

Ҡазанда, Ырымбурҙа, Силәбелә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Баймаҡта, Салауатта һәм башҡа ҡалаларҙа ошондай уҡ саралар үткәреү планлаштырыла.

Дәрдмәнд йылының һуңғы маҡсаты — Өфөлә үҙ аллы Дәрдмәнд Татар йәмәғәт музейы асыу. Проекттың авторы һәм художество етәксеһе — Бөтә донъя татарҙар конгресы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Рамазан" төрки-ағартыу үҙәге рәйесе, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, ТР-ҙың атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов.

Марат Шәрипов әйтеүенсә, Дәрдмәнд йылы билдәһе аҫтында "Болғар иленә сәйәхәт" мәҙәни-ағартыу акцияһы үткәреләсәк.