Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика клиник дауаханаһында гематология үҙәге асыласаҡ

Йәмғиәт

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 21 майҙа Гематология үҙәге асыласаҡ. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Лира Исхаҡова хәбәр итеүенсә, Гематология үҙәгендә 50 койка урынлаштырыласаҡ, өс айырым стерилле бүлмәләр менән асептика блогы һәм ике интенсив терапия палатаһы эшләйәсәк. Корпуста капиталь ремонт үткәрелгән, тромбомиксерҙар, ҡанды һаҡлау өсөн һыуытҡыстар һатып алынған. Учреждение белгестәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург клиникаларында уҡыу үтте.

Үҙәктең бурыстары — ҡан системаһы ауырыуҙары менән сирләүселәргә махсуслаштырылған медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, бөтә хәҙерге гематологик ярҙам төрҙәре менән тәьмин итеү. Тиҙҙән бында гематологик ауырыуҙарға юғары дозалы химиотерапия үткәреләсәк, тип планлаштырыла.

Ҡан ауырыуҙары дауалау планында иң юғары сығымлыларҙың береһе һанала. Ҡан ауырыуҙарына дусар булған пациенттар араһында үлем һәм инвалидлыҡҡа сығыу күрһәткесе бик юғары, биш йылға ғүмерҙе оҙайтыу 52 процент ҡына тәшкил итә.

Тап шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2009 йылда гематологик ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 12 миллион һум аҡса бүлде. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Гематология үҙәгенең матди-техник базаһын нығытыуға 4,5 миллион һум аҡса йүнәлтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть