Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Милли оркестр халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры Н.Н. Калинин исемендәге профессиональ халыҡ оркестрҙарының III халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу өсөн Волгоградҡа китте. Ул 21 майҙа Волгоград өлкә филармонияһының Ҙур залында тантаналы асыла. Был турала "Башинформ" агентлығына башҡорт оркестрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итте.

Рәмил Мәүлит улы әйтеүенсә, Н.Н. Калинин исемендәге III халыҡ оркестрҙары фестивале сағыу һәм йөкмәткеле булырға вәғәҙә итә — унда Туланан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Дондағы Ростовтан, Ҡалмыҡстандан, шулай уҡ Япониянан коллективтар ҡатнашасаҡ. Байрамға Рәсәйҙең Н.П. Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестры артисы, РФ-тың атҡаҙанған артисы Татьяна Калинина-Левкина киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть