5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2009 йыл, 17:15

Студенттар хеҙмәт отрядтары командирҙары өсөн семинар

автор: Эльмира Сабирова

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы базаһында 21 майҙа студенттар хеҙмәт отрядтары командирҙарын әҙерләү үткәрелә. Унда Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре ҡатнашлығында уҡыу-методика семинары ойошторола.

Семинар сиктәрендә "Көрсөк шарттарында эш биреүселәр менән һөйләшеүҙәр алып барыу", "Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙең юридик аспекты", "Төҙөлөштә смета хаҡы төҙөү" йүнәлештәре буйынса уҡыуҙар үткәреләсәк. Бынан тыш, "Коллектив ойоштороу технологияһы", "Коомуникатив күнекмәләр", "Үҙ-менеджмент техникаһы", "Эшкә урынлаштырыу процесында йәштәр менән һөҙөмтәле әңгәмә", "Уҡыу йорто базаһында штаб ойоштороу" тренингтары ойоштороласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылдың йәйендә Башҡортостанда алты меңдән ашыу кешене солғап алған 152 отряд ойошторолдо. Шулай уҡ 286 йәштәр хеҙмәт ойошмалары эшләне. Уларҙа 11 мең самаһы үҫмерҙәр ҡатнашты.