Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә "Яңы ғүмерҙе һаҡлайыҡ" акцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

Акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә халыҡ-ара белгестәр һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәре ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция Өфөлә 21 майҙа үтәсәк. Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк. Конференция тамамланғас, театр алдындағы асыҡ майҙанда "Яңы тормошто һаҡлайыҡ" йәштәр акцияһы үткәрелә.

Акция Ҡаланы үҫтереү ижтимағи фонды һәм Медицина профилактикаһы үҙәге ярҙамында Өфө хакимиәте, баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығы инициативаһы буйынса ойошторола. Акция сиктәрендә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында агитбригадалар смотры үткәреләсәк.

Медицина профилактикаһы үҙәге баш врачы Сара Әхтәмова хәбәр итеүенсә, акция саралары йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереү, үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәҙәнилеген күтәреү проблемаларына, енси юл менән йоғоусы сирҙәрҙе иҫкәртеү проблемаһына иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтеләсәк.

— Саралар барышында ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең репродуктив һаулығы мәсьәләләре буйынса акушер-гинекологтарҙың, андрологтарҙың, психотерапевтарҙың консультациялары ойоштороласаҡ, — тине Сара Хәйҙәр ҡыҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть