9 декабрь, Йома

20 май 2009 йыл, 17:11

Мәскәүҙә волонтерлыҡ хәрәкәте буйынса конференция

автор: Булат Юлбарисов

Мәскәүҙә 20-21 майҙа "Иреклелек: дәүләт һәм граждандар йәмғиәте араһында үҙ-ара ышанысты нығытыуға һәм социаль партнерлыҡты үҫтереүгә өлөш индереү. Халыҡ-ара һәм Рәсәй тәжрибәһе" конференцияһы үтә. Уның эшендә "Башҡортостандың волонтерлыҡ хеҙмәте" республика йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Әлфиә Хәбирйәнова ҡатнаша. Конференцияның маҡсаты — Рәсәй һәм сит илдәр волонтерлыҡ хәрәкәте тәжрибәһен тикшереү, ирекле проекттарҙы үҫтереү йүнәлештәрен билдәләү, был өлкәлә закондарҙы камиллаштырыу мәсьәләләрен ҡарау.