9 декабрь, Йома

20 май 2009 йыл, 17:09

Дәүләт ярҙамы инновацион предприятиеларға күрһәтеләсәк

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бирелгән кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялаштырыуға хоҡуғы булған предприятиелар исемлеген раҫлаусы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Конкурс комиссияһы ҡарары менән алынған кредиттар буйынса процент ставкаһы ҡайтарыласаҡ туғыҙ предприятиенан өсәүһе — автосәнәғәт предприятиеһы. Былар НефАЗ, БелЗАН, Туймазы автобетоновоздар заводы. Ләкин Премьер-министр Раил Сарбаев инновацион эшмәкәрлекте яҡлау буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙа тармаҡ принцибы күҙәтелмәүенә иғтибар йүнәлтте. "Конкурста инновацион эшмәкәрлек тураһында республика законының бөтә параметрҙарына тап килгән һәм үҙ эшмәкәрлегендә производствоны ҡайтанан техник ҡоралландырыуҙы өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алған предприятиелар еңеп сыҡты", — тине Раил Сарбаев.

— Көрсөккә ҡаршы үҙ программабыҙҙа беҙ юғары технологиялы сәнәғәтте үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ. Киләсәк — улар ҡулында. Һәм бөгөн инновацияһыҙ киләсәкте күҙ алдына ла килтереп булмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер.

Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем Хөкүмәт инновацион саралар планлаштырыусы предприятиеларға ярҙам итеү өсөн бюджеттан өҫтәмә средстволар бүлеүҙе ҡарарға йыйына. Республика тарафынан иҡтисадтың реаль секторына бүленгән компенсация уларға нормаль шарттарҙа кредиттарҙы хеҙмәтләндерергә булышлыҡ итә.