6 декабрь, Шишәмбе

20 май 2009 йыл, 17:07

Медицина хеҙмәтләндереүенә ялыуҙар артты

автор: Елена Макушина

Быйыл беренсе кварталда медицина ярҙамы күрһәтеүгә нигеҙле ялыуҙар һаны артты. Был турала мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында страховкаланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Координация ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итте.

— Беренсе кварталда граждандарҙан РФОМС-ҡа килгән 1387 мөрәжәғәттән медицина ярҙамы күрһәтеүгә ялыуҙар 11 процент тәшкил итте, — тине вице-премьер. — Уларҙың 62 проценты нигеҙле тип танылды.

Республика халҡының дәғүәләре, башлыса, медицина ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартыу һәм бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә, асылда, бушлай булырға тейешле ярҙам өсөн аҡса алыуҙары менән бәйләнгән. Өфө дауаханаларында хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы ялыуҙар бик күп.

94 мөрәжәғәт судҡа тиклемге тәртиптә ҡаралды, уларҙың барыһы ла ҡәнәғәтләндерелде. Судта дүрт материал ҡаралды, уларҙың икеһе буйынса 270000 һум күләмендә матди зыян ҡайтарылды.

— Бындай мөнәсәбәт граждандарҙы түләүле медицина ярҙамын һайларға йә булмаһа ирекле медицина страховкаһы системаһы монополистарын алырға мәжбүр итә, был мотлаҡ медицина страховкаһы принциптарына ҡырҡа ҡаршы килә, — тине Фидус Ямалетдинов.

Ултырыш барышында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы һәм Башҡортостанда эшләүсе страховкалау медицина компаниялары вәкилдәре лә сығыш яһаны. Страховкалаусыларҙың эше ҡайһы берҙә тейешле кимәлдә алып барылмауы билдәләнде.

— Беҙҙең төп бурыс — системалы эшләргә өйрәнеү, — тине вице-премьер, страховкалау компаниялары етәкселәренә мөрәжәғәт итеп. — Һеҙ страховкаланыусыларҙың сифатлы медицина ярҙамы алыуға хоҡуғын тәьмин итергә тейешһегеҙ.