Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

"Автобус" операцияһының тәүге һөҙөмтәләре

Йәмғиәт

"Автобус" оператив-профилактика операцияһының беренсе этабы йомғаҡтары буйынса административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 49 протокол төҙөлдө. Материалдар суд органдарына ебәрелде, унда РФ Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы, хоҡуҡ тәртибен боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Операцияны БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ менән берлектә Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Дәүләт автоюл күҙәтеүе идаралығы үткәрә.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, операцияның беренсе этабы барышында 161 хужалыҡ итеүсе субъектҡа ҡараған 791 автобус тикшерелгән. Автобустарҙың пассажирҙарҙы ташыуҙы ойоштороу тәртибен боҙоуына ҡағылышлы 155 осраҡ асыҡланған.

Водителдәргә рейс алдынан медосмотр үткәреүҙе ойоштороу тәртибе йыш ҡына боҙола, водителдәрҙең билдәләнгән хеҙмәт һәм ял режимдары күҙәтелмәй. Юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү менән бәйле вазифаларҙы йыш ҡына тейешле аттестация үтмәгән белгестәр биләй. Автотранспортҡа техник хеҙмәтләндереү үткәргәндә ҡағиҙәләр боҙола. Линияға сығарылған транспорт сараларына көндәлек техник контроль етди ойошторолмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть