10 декабрь, Шәмбе

19 май 2009 йыл, 17:13

20 майҙа Бөтә донъя метрология көнө билдәләнә

автор: Эльвира Латипова

Донъяның төрлө илдәрендә иртәгә, 20 майҙа, Бөтә донъя метрология көнө билдәләнә. Был халыҡ-ара байрам бөтә донъя метрологтарының берҙәм метрологик майҙан төҙөү буйынса һөнәри эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен таныу билдәһе булып тора.

Быуаттан ашыу инде метрология проблемалары менән Башҡортостанда бөгөн "БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге" исемен йөрөткән ойошма шөғөлләнә.

Рәсәй Федерацияһында халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында үлсәү мәғлүмәтен алыу, һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса төрлө эшмәкәрлек менән дүрт миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Ә үлсәү приборҙары һәм үлсәү мәғлүмәте менән бөтә граждандар ҙа файҙалана. Башҡортостанда үлсәү берҙәмлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен төрлө өлкәләрҙә: фәндә һәм производствола, хеҙмәтләндереү өлкәһендә һәм ауыл хужалығында, тәбиғәттән файҙаланыуҙа, медицинала, төҙөлөштә эшләүсе ун меңдән ашыу кеше хәл итә.

Үлсәүҙәр тураһында Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы булып Дмитрий Менделеев тора. Рәсәй метрологтары уны үҙҙәренең уҡытыусыһы тип иҫәпләй. Быйыл бөйөк рус ғалимының 175 йыллығы билдәләнә — был әһәмиәтле дата Бөтә донъя метрология көнөнә айырым бер бәҫ өҫтәй. Мәҫәлән, юбилей билдәһе аҫтында был көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй метрологтар симпозиумы үтә. Унда Рәсәй метрологтары ғына түгел, сит ил белгестәре лә ҡатнаша. Параллель рәүештә үлсәү, һынау һәм лаборатор ҡорамалдар средстволарының "Метрология-2009" V Махсуслаштырылған күргәҙмә-конкурсы эшләй.

Башҡортостандан Мәскәүҙә БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге ҡатнаша. Республиканың үлсәүҙәр берҙәмлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында киң экспозиция һөйләй.

Күргәҙмәлә, дөйөм алғанда, донъяның 12 иленән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Бында килеүселәр араһында — БДБ илдәренең сәнәғәт предприятиелары, ғилми-тикшеренеү ойошмалары һәм конструкторлыҡ бюроһы белгестәре. Экспофорумда төрлө өлкәнән үлсәү сараларының киң спектры күрһәтелә.