6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2009 йыл, 17:10

Ике меңдән ашыу сит ил гражданы республикаға эшкә килде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Быйыл тәүге дүрт айҙа республикала эшләү өсөн алыҫ сит илдәрҙән 2329 граждан йәлеп ителде. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сит ил граждандарының күбеһе төҙөлөш объекттарында эшләй — 49 процент. Һан буйынса икенсе урында — сауҙа хеҙмәткәрҙәре (36 процент). Сит ил кешеләренең иң аҙы сәнәғәткә йәлеп ителгән — 10 процент.