Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

19 май - Халыҡ-ара гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө

Йәмғиәт

19 майҙа бөтә донъя буйлап гепатит менән сирләүселәрҙең 200-ҙән ашыу ассоциацияһын берләштергән Халыҡ-ара Гепатитҡа ҡаршы көрәш алъянсы (World Hepatitis Alliance) тарафынан иғлан ителгән Халыҡ-ара гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Дата тәүге тапҡыр былтыр бөтә донъя масштабында ойошҡан рәүештә билдәләнде, тип хәбәр итә АМИ-ТАСС.

Был көн вируслы гепатиттарҙың таралыу проблемаһы тураһында бөтә донъяға хәбәр итеүҙе тәьмин итергә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, вируслы гепатит һәм ВИЧ/СПИД менән зарарланыусылар һаны һәм был ауырыуҙарҙан үлеүселәр кимәле бер үк булыуға ҡарамаҫтан, дәүләт кимәлендә был проблеманың етдилеген таныу ВИЧ/СПИД тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәле менән һис сағыштырырлыҡ түгел.

Башҡортостанда иһә быйыл беренсе кварталда вируслы гепатит менән ауырыусылар былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға аҙыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть