11 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2009 йыл, 17:03

Өфөгә Санкт-Петербургтың Татар милли автономияһы делегацияһы килә

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Өфөгә Санкт-Петербургтың Татар милли-мәҙәни автономияһы делегацияһы килә. Уның составында — был йәмәғәт ойошмаһы активистары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Ҡазанға һәм Өфөгә юлланған ветеран-блокадасылар.Ҡунаҡтарҙы БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ҡабул итә.

20 майҙа петербургтар татар йәмәғәтселеге менән осрашасаҡ, Өфө буйлап экскурсия яһаясаҡ, БР Милли музейына барасаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уларға театр солисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов тарафынан әҙерләнгән "Һуғыш йылдары йырҙары" программаһы күрһәтеләсәк. Кисен ҡунаҡтар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барасаҡ.

21 майҙа Өфө гарнизоны Офицерҙар йортонда делегацияның әлеге көндә Башҡортостанда йәшәгән блокадасылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуы үтәсәк. Был көндө төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар Өфө "Нур" дәүләт татар театрына барасаҡ.

Белешмә өсөн. Татар милли-мәҙәни автономияһы Нева буйындағы ҡалала ойошторолған 12 милли-мәҙәни автономияның тәүгеһе була. Ул 1997 йылдың 28 июнендә ойошторола, 1997 йылдың 22 сентябрендә теркәлә.