4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2009 йыл, 17:02

Пионерия үҙ тыуған көнөн билдәләй

автор: Эльмира Сабирова

87 йыл элек, 19 майҙа, Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы бөтә ерҙә пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Оҙаҡ ваҡыт был көн Пионерияның тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән был байрам рәсми булыуҙан туҡтай.

Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда 20 йыл дауамында "Башҡортостан пионерҙары" Республика балалар йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләп килә. Бөгөн уның сафында 200 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. 19 майҙа тағы 400 балаға һәм үҫмергә галстук тағасаҡтар. Пионерға тантаналы ҡабул итеү Иван Якутов исемендәге паркта үткәрелә. Һуңынан яңы ҡабул ителгән пионерҙар "Әҙер бул" уйынында ҡатнашасаҡ.

Бындай саралар республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк.