Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Милли матбуғат аҙналығы үткәрелә

Йәмғиәт

Башҡортостанда 1 июндән 7-һенә тиклем милли матбуғат аҙналығы үткәреләсәк.

Был акцияны Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән берлектә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ үҙ ведомствоһындағы киң мәғлүмәт саралары редакцияларын, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлектәрен, почта элемтәһе бүлексәләрен, милли-мәҙәни берләшмәләрҙе, ижади коллективтарҙы йәлеп итеп ойоштора.

Матбуғат идаралығының киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Аҙналыҡ саралары мәҙәниәт һарайҙарында һәм йорттарында, ауыл клубтарында һәм китапханаларында үтәсәк.

Ойоштороусылар, акция милли баҫмаларҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк һәм яңы яҙылыусыларҙы йәлеп итәсәк, тип ышана. Милли матбуғат аҙналығы Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының II съезы алдынан үткәрелгән мөһим сараларҙың береһе буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть