7 декабрь, Шаршамбы

19 май 2009 йыл, 16:58

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы раҫланды

автор: Марият Артюхова

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы геральдия Советы халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми символы сифатында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһын теркәне. "Халыҡ иҫәбен алыу-2010" Федераль матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, 4846 һаны аҫтында теркәлгән эмблема иҫәп алыу ҡағыҙҙары бланкаларында һәм иҫәп алыусыларҙың танытмаларында урынлаштырыласаҡ, матбуғат конференциялары һәм башҡа саралар үткәргәндә файҙаланыласаҡ.

Эмблема матбуғат баҫмаларында һәм телевидениела, Рәсәй социаль селтәрҙәрендә, плакаттарҙа һәм сувенир продукцияһында барлыҡҡа киләсәк. Эмблема менән махсус почта маркаһы һәм тәүге көн конверты сығарыу планлаштырыла. Рәсәй банкы тарафынан 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған өс һумлыҡ көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарыу ҡаралған.

Эмблема ҡулға-ҡул тотоношҡан кешеләр фигуралары төшөрөлгән түңәрәктән ғибәрәт. Һүрәт ил берҙәмлеген һәм уның халыҡтары берлеген символлаштыра. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөнә урынлаштырылған оҙонса түңәрәктә халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү йылы — 2010 — күрһәтелгән. Оригиналда кешеләр һындары, уларҙы уратып алған түңәрәк һәм "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу" тигән яҙыу күк төҫ менән төшөрөлгән. Йыл күрһәтелгән оҙонса түңәрәк — ҡыҙыл, ә үткәреү йылы — аҡ төҫтә. Эмблема ҡара-аҡ төҫтә булыуы ла мөмкин.

Халыҡ иҫәбен алыу символы 2002 йылғы иҫәп алыу эмблемаһының төп элементтарын һаҡлаған, әммә масса араһынан бер кеше фигураһы уртала айырылып тора. Алдағы халыҡ иҫәбен алыу девизы: "Рәсәйгә һәр береһе мөһим".