11 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2009 йыл, 17:44

Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе итеп Юрий Михайлов ҡалдырылды

автор: Булат Юлбарисов

Башҡортостан Республикаһы сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенең отчет-һайлау конференцияһы делегаттары Юрий Михайловты ойошма рәйесе итеп ҡайтанан һайланылар. Уның кандидатураһын Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан 128 делегаттың барыһы ла хупланы. Конференция Өфөлә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында үтте. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы исеменән конференцияла ҡатнашыусыларҙы милли сәйәсәт, халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы Шәүкәт Тутаев тәбрикләне.

— Был конференцияға БР сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенең ойоштороу структураһын формалаштырыу тулыһынса тамамланды. Хәҙер был республика ҡалаларында һәм райондарында 22 бүлексәһе булған берҙәм ойошма, — тине Юрий Михайлов отчет доклады менән сығыш яһап.

Хәҙерге ваҡытта ойошмала 1300 кеше иҫәпләнә. Бынан тыш, күп кешеләр, уның ағзаһы булып тормаһа ла, йәмғиәткә ярҙам күрһәтә. 2006 йылда үткәрелгән конференциянан һуңғы ваҡыт эсендә 50-нән ашыу мәҙәни-ағартыу йүнәлешендәге ҙур сара ойошторолдо.

Сыуаш йәмәғәтселегенең ҙур ҡаҙаныштарының береһе булып, Юрий Михайлов әйтеүенсә, Өфөнөң Калинин районында икенсе сыуаш йәкшәмбе мәктәбен асыу тора.

Һуңғы ваҡытта Сыуаш республикаһы менән бәйләнештәр әүҙем үҫешә. Сыуаш дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында 700-ҙән ашыу студент уҡый, быйыл тәүге тапҡыр "Культурология" специальносы буйынса студенттар йыйылды. Сыуаш телендә "Чаваш Сасси" республика гәзите сығарыла, "Шуратал" ("Ағиҙел") әҙәби берекмәһе уңышлы эшләп килә.

Йәмғиәттең эшмәкәрлегенә Башҡортостан Республикаһы сыуаштары ҡанашаһы (съезы) башҡарма комитеты етәксеһе Валерий Сидоров ыңғай баһа бирҙе. Конференция ҡунағы — Нижегородка сыуаш мәҙәни үҙәге рәйесе Анатолий Ефимов өйрәнеү өсөн Башҡортостанға даими килеп йөрөүен билдәләне.

— Башҡортостан сыуаштары — ул сыуаш халҡының алдынғы отряды. Бында Сыуашстанға ҡарағанда мәҙәниәткә әүҙемерәк ярҙам итәләр, — тине Анатолий Ефимов.