6 декабрь, Шишәмбе

18 май 2009 йыл, 17:33

Кировта көрсөккә ҡаршы саралар тикшерелде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

14 майҙа Кировта Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә эшендә ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар Волга буйы иҡтисадындағы ағымдағы эштәр торошон, көрсөккә ҡаршы күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген, федераль дәүләт гарантиялары биреү алымдарын, эшһеҙлек проблемаларын һәм эш хаҡы буйынса бурыстарҙы тикшерҙе.

Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев Волга буйы федераль округында эшһеҙлектең һәм эш хаҡы буйынса бурыстың артыуына бәйле борсолоу белдерҙе. Округ буйынса теркәлгән эшһеҙҙәр һаны йыл башынан 1,8 тапҡырға артҡан һәм 370 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән. Рәсәй Президенты хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу һәм кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡәтғи саралар күреү зарурлығын билдәләне.

Дәүләт башлығы предприятиеларға банк кредиттары биреүгә дәүләт гарантияларын файҙаланыуҙың йоғонтоло механизмын булдырыуҙы һәм округты үҫтереүҙең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, инновацияларға, инфраструктураға һәм сәнәғәткә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән берҙәм концепцияһын эшләүҙе иҡтисадта көрсөк күренештәренә ҡаршы тороуҙың тәү сираттағы бурыстары тип атаны.

Волга буйы агросәнәғәт комплексындағы хәлде тикшергәндә Дмитрий Медведев:

— Һыйыр малдары һанының кәмеүе — хәүефле билдә, сөнки беҙ һуңғы бер нисә йылда мал һаны йылдам кәмегән 90-сы йылдарҙағы һәм ошо ун йыллыҡ башындағы хәлде көйләүгә иҫ киткес ҙур тырышлыҡ һалдыҡ. Беҙ быға бик күп көс түктек һәм хәҙер быны юғалтыу иң хәүефле хата булыр ине, әлбиттә, — тине.

Ил Президенты: "Эре ауыл хужалығы проекттарын кредитлау мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтырға, шул иҫәптән был проекттарға бирелгән субсидиялы кредиттар сиктәрендә лә", — тип билдәләне. Рәсәй Президенты ошо мәсьәләне ыңғай хәл итеү миҫалы сифатында Башҡортостан Республикаһын килтерҙе. Медведевтың фекеренсә, республикала агросәнәғәт комплексы өлкәһендә башҡарылған эштәр мөһим һәм бик ваҡытлы булып тора. Атап әйткәндә, ул: "Бының менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк, туҡталырға ярамай, шул иҫәптән ошо ҙур объекттарҙы кредитлауҙы дауам итергә кәрәк. Үҙемдең яҡтан, Хөкүмәт был йәһәттән һеҙгә мөмкин булған дәрәжәлә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләйем", — тип билдәләне.

— Мин Рәсәй Президентының, дәүләт агросәнәғәт комплексына ярҙам итергә тейеш, тигән позицияһын хуплайым. Үҙ ваҡытында беҙ республикала ауылды һәләкәттән һаҡлап алып ҡалдыҡ. Хужалыҡ итеүҙең төрлө формаларын үҫтерә башланыҡ. Бөгөн дә Башҡортостанда бәләкәй фермер хужалыҡтары өсөн дә, ҙур агросәнәғәт комплекстары өсөн дә шарттар булдырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ, — тине Мортаза Рәхимов.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов фекеренсә, көрсөк шарттарында Волга буйы округы иҡтисадында етештерелгән продукция экспортын арттырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырырға һәм импортты алмаштырыуҙы үҫтерергә кәрәк. Билдәләнгән стратегик бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн төбәктәрҙең мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланырға һәм, инвестиция фондынан тейешенсә финанслап, федераль әһәмиәттәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға кәрәк, тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов.

Республика Президенты, көрсөккә ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисадында һәм социаль өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелде, тип билдәләне.

Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, республикала хәлдәр байтаҡҡа яҡшыраҡ, — тине республика Президенты.

Кировтағы кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Мортаза Рәхимов, дәүләт башлығы ҡатнашлығындағы ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине, тигән фекер белдерҙе. Республика Президенты, кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр төбәктәр һәм тотош ил үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне.