5 декабрь, Дүшәмбе

18 май 2009 йыл, 17:30

6,5 миллион һумдан ашыу штраф һалынды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан уҙған аҙнала 98 тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоу асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 71 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ә һигеҙ эш материалдары хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Йыл башынан алып экологик хоҡуҡ тәртибен боҙоусыларға 6,5 миллион һумдан ашыу штраф һалынды.