8 декабрь, Кесе йома

18 май 2009 йыл, 17:28

БДМУ Осло университеты менән хеҙмәттәшлек итә

автор: Елена Макушина

Башҡорт дәүләт медицина университетының Осло (Норвегия) университеты менән хеҙмәттәшлеге дауам итә. БДМУ менән Норвегия университетының медицина факультеты хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү сиктәрендә, сит ил белем биреү һәм ғилми үҙәктәрендә Башҡортостан Республикаһы кадрҙарын әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса Республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бында университет профессоры Тур Вилли Хансен булып китте. Профессор Хансен БДМУ студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты, лекциялар уҡыны һәм партнер-вуздар араһында артабанғы хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

БДМУ-ның халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы профессор Ләйлә Әхмәҙиева хәбәр итеүенсә, лекциялар барышында тәүге тапҡыр педиатрия практикаһында, айырыуса яңы тыуған балаларҙың ауырыуҙарына ҙур иғтибар бирелде. Профессор Хансен был мәсьәлә буйынса һуңғы араларҙағы мәғлүмәттәрҙе килтерҙе һәм норвег белгестәре ҡулланған алымдар тураһында һөйләне.