9 декабрь, Йома

18 май 2009 йыл, 17:26

Вакансиялар йәрминкәһенә ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә үткәрелгән һуңғы вакансиялар йәрминкәһенә 700 кеше килде. Шулай итеп, халыҡтың был сараларға ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта башланы. Быға тиклем ике аҙна буйына мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәр һаны 1000 кешенән 500-600 кешегә тиклем ҡырҡа кәмеүен күҙәткәйне. Килеүселәр һаны кәмеүе май байрамдары менән бәйле, тип күҙаллау дөрөҫ булып сыҡты, хәҙер эшһеҙҙәр яңынан мәшғүллек үҙәгенә ағылды.

Әлеге йәрминкәлә башлыса дәүләт милсекселегендә булмаған предприятиелар ҡатнашты. Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса эш биреүселәр составы төрлө булды. Бында һаҡ, төҙөүселәр ойошмалары, төҙөкләндереү, элемтә менән шөғөлләнеүсе предприятиелар, страховкалау компаниялары, еңел сәнәғәт вәкилдәре — дөйөм алғанда, 14 ҡатнашыусы йыйылды.

"МТС" компанияһы, "Газнефтестрой", "Бизон" һаҡ агентлығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре яңы хеҙмәткәрҙәрҙе әүҙем йыйҙы.

Йәрминкәгә килеүселәр иҫәбенән 69 кеше әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 39 эшһеҙ эшкә урынлаштырыу өсөн саҡырылды.